«Берҙәм Рәсәй» партияһының халыҡ контроле проекты ағзалары сираттағы рейдҡа сыҡты. Сауҙа селтәрҙәрендә төп иғтибар социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә. Һуңғы ваҡытта халыҡ күпләп шәкәр һатып ала. Шул сәбәпле, татлы ризыҡ алтын бәрәбәрендә баһаланды.
Рейд барышында хәлдең тотороҡланыуы күҙәтелде. Шәкәрҙең килоһы уртаса 80 һумға һатыла. Шул уҡ ваҡытта сикләүҙәр ҙә ғәмәлдә. Бер ҡулға өс ҡаптан күберәк бирелмәй. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Халыҡ контроле проекты етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина был күренеште ҡулланыусы иркен сикләү тип баһалай.
Башҡортостанда шәкәргә ҡытлыҡ юҡ, келәттәрҙә запастар күп. Рейдта ҡатнашыусылар шулай уҡ борщ тупланмаһына ингән йәшелсә-емеш хаҡтары менән дә ҡыҙыҡһынды. Һуңғы осорҙа баҙарҙа кәбеҫтәнең ҡиммәтләнеүе күҙәтелә.