Салауатта БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Нәжиб Ярышев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Төбәк мәғариф системаһында яҡты эҙ ҡалдырған шәхес хөрмәтенә ойошторолған сарала педагогтың яҡындары, хеҙмәттәштәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Нәжиб Ярышев 1964 йылда Салауат ҡалаһының педагогия училищеһы директоры итеп тәғәйенләнгән.

Һәләтле етәксе уҡыу йорто эшмәкәрлегенә үҙгәрештәр индереп, колледжға көслө белгестәр йәлеп иткән, белем биреү программаһын камиллаштырырға күп көс һалған. Уҡыу йорто етәксеһе вазифаһында Нәжиб Ғәфүр улы 33 йыл эшләгән.

Флорида Ким