Асҡын районында билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Ришат Дихиндың хәтер кисәһе үтте

Ришат Дихин 1987 йылдың 27 июнендә Асҡын районының Урмияҙы ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлағандан төрлө урындарҙа эшләй. Ә 2019 йылдан тыуған районына әйләнеп ҡайтып, Асҡын районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара башлай. Әммә мәкерле сир 33 йәшендә генә уның ғүмерен өҙә.

Ике йыл эш дәүерендә лә Ришат Марат улы үҙен тыуған яғының ысын патриоты итеп күрһәтә, уны үҫтереүгә күп көс һала. Хәтер кисәһендә Ришат Дихин хаҡында бик күп йыл һүҙҙәр әйтелде.Тыуған ауылы мәктәбенең музейында уға арналған мөйөш булдырылған. Балалар араһында Ришат Дихин уҡыуҙары үтә. Унда райондың уҡытыусылары шәхестең тормош юлын өйрәнеп, ғилми мәҡәләләр менән сығыш яһай.

Шулай уҡ Ришат Дихиндың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса район конкурсы ла ойошторолған. Еңеүселәр хәтер кисәһендә сәхнәнән шиғырҙарҙы яттан һөйләне. Хәтер кисәһе Балыҡсы ырыуының данлыҡлы улы Ришат Дихин рухында, тыуған ергә, халыҡҡа һөйөү тойғоһо менән һуғарылып үтте. Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов әйтеүенсә, бындай саралар йолаға әйләнәсәк.

Рәмзиә Кәримова