Батыр даны халыҡ хәтерендә мәңге йәшәр

Борай районы Вадим Заһировты, Ҡалтасы районы Иван Изиметовты һуңғы юлға оҙатты. Украиналағы махсус операцияла һәләк булған егеттәрҙе ерләү сараһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Һалдаттар үлгәндән һуң Шайморатов орденына лайыҡ булды.

Ике аҙна элек кенә уға 21 йәш тулған. Йәш ярым сағында Вадим Заһиров етем ҡалған. Ата-әсәһе автомобилдә поезд аҫтына ҡалып һәләк булған. Егеттең бала сағы өләсәһе менән олатаһы тәрбиәһендә Борай районы Иҫке Мостафа ауылында үткән. Ефрейторҙы һуңғы юлға оҙатырға йөҙҙәрсә кеше килде.

Борай мәктәбендә белем алған, етенсе синыфтан алып "Борай йәүһәрҙәре" ижади ансамбле солисы булған. Нефтекама нефть колледжында уҡыған. 2019 йылда армияға алына һәм контракт буйынса механик-водитель булып хеҙмәт итергә ҡалған. Вадим Илсур улы етем булараҡ хәрби бурысын үтәүҙән азат ителһә лә, һалдат шинелен үҙе теләп кейә.

Борайҙағы урамдарҙың береһе Вадим Заһиров исемен йөрөтәсәк, уҡыған мәктәбендә таҡтаташ асыласаҡ һәм район үҙәгендәге геройҙар аллеяһында исеме мәңгеләштереләсәк.

Батыр йөрәкле һалдат, ышаныслы дуҫ, ил улы һәләк булғандан һуң Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Награда уны тәрбиәләп үҫтергән олатаһы менән өләсәһенә тапшырылды.

Ҡалтасы районының Бабай ауылында йәшәүсе Изиметовтар ҙа бөгөн һөйөклө улын ер ҡуйынына һалды. Иван күп балалы ғаиләлә үҫкән.

Ауыл мәктәбен тамамлағас, Нефтекамала лицейҙа электр монтажсыһы һөнәрен үҙләштергән.

Уны бөтәһе лә яратты. Иҫемдә, беҙ 9 май байрамына кадет вальсы ойошторҙоҡ. Хәрби кейемдә синыфташ ҡыҙын вальста әйләндергәне әле лә күҙ алдымда тора. Һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер ине, беҙҙең хәтерҙә яҡты кеше булып һаҡланасаҡ.

Августа Апликаева, егеттең класс етәксеһе

Сержант хәрби бурысын Читала үтәгән һәм тәүге котрактты шунда төҙөгән. Мәскәүҙә былтыр икенсе тапҡыр контракт төҙөп танк командиры булып хеҙмәт иткән. 23 йәшлек һалдаттың ҡаһарманлығы Генерал Шайморатов ордены менән баһаланды. Республика етәксеһе награданы егеттең ата-әсәһенә тапшырҙы.

Матәм митингынан һуң Радий Хәбиров Бабай ауылы мәктәбенә инеп сыҡты. Белем усағында әле йөҙҙән ашыу бала уҡый. Мәктәпкә Иван Изиметовтың исеме биреләсәк.

Рәмилә Исмәғилева