Өфөлә танылған диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры уҙа

Унда киң мәғлүмәт саралары командалары ҡатнаша. Турнир 15 апрелдә "Динамо" стадионында ойошторола. Инеү бушлай. Көйәрмәндәр араһында бүләктәр уйнатыла. Әхәт Мортазин байтаҡ йылдар “Юлдаш” радиоһы волейбол командаһының алыштырғыһыҙ капитаны булды. Майҙанда сәмләнеп туп уйнаны, спортсылар тәрбиәләне.