Батырҙарса һәләк булдылар...

Республиканың ике муниципаль берәмегендә Украиналағы махсус операцияла һәләк булған хәрбиҙәрҙе һуңғы юлға оҙаттылар. Саҡмағош районы халҡы кесе сержант Данил Вәлиев, ә Дүртөйлөләр сержант Илфат Әхиәров менән хушлашты.

Хәрби бурысын намыҫ менән үтәп ҡаһармандарса һәләк булған ике яҡташыбыҙға ла үлгәндән һуң генерал Шайморатов ордены бирелде. Матәм митингына Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, муниципаль берәмек етәкселәре, тотош район халҡы килде.

Дүртөйлө ҡалаһының мәҙәниәт йортонда күҙ йәштәренә мансылған сара бара. Зал шығырым тулы. Халыҡ сержант Илфат Әхиәровты һуңғы юлға оҙата.15 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаған ҡыйыу йөрәкле, ҡаһарман яҡташыбыҙ Украиналағы хәрби операцияла һәләк була. Илфат Әхиәровтың ҡатыны, улы ҡалды.

Илфат Әхиәров 1988 йылда Дүртөйлө ҡалаһында тыуған. Хәрби бурысын үтәгәндән һуң ул контракт буйынса хеҙмәт итә. Егеттең уҡытыусылары әйтеүенсә, Илфаттың хәрби хеҙмәтте һайлауы осраҡлы түгел. Ул бәләкәй саҡтан яуаплылығы, ҡыйыулығы менән айырылып тора.

Саҡмағош районы халҡы ошо уҡ көндө кесе сержант Данил Вәлиевты һуңғы юлға оҙатты. Ул да Илфат Әхиәров һымаҡ Шишмә районы Алкин хәрби часында водитель булып контракт буйынса хеҙмәт иткән. Яҡташтары әйтеүенсә, Данил мәктәп йылдарынан ысын ир-егет, ил һаҡсыһы булып үҫә.

Данил Вәлиевтың ҡатыны, өс йәшлек улы ҡалды. Радий Хәбиров белдереүенсә, республика батырҙарса һәләк булған ҡаһарман улдарын онотомаясаҡ, хәрбиҙәрҙең ғаиләһе хаҡында хәстәрлек күрәсәк.

Данил Вәлиев менән хушлашырға тотош район халҡы килде. Туғандары әйтеүенсә, был аңлашыла, ул беҙҙең имен тормош өсөн башын һалды.

Республика башлығы Дүртөйлө, Саҡмағош районы башлыҡтарына хәрбиҙәрҙең исемен мәңгеләштереү бурысын ҡуйҙы. Илфат Әхиәровҡа ла, Данил Вәлиевҡа ла үлгәндән һуң Генарал Шайморатов ордены бирелде. Награда уларҙың ғаиләләренә тапшырылды.

Рәмзиә Кәримова