Шаран районында баҫыу эштәренә әҙерлек дауам итә

Ерекле ауылындағы күп функциялы үҙәктә ауыл хужалығы мәсьәләләренә арналған конференция ойошторолдо. Сарала былтырғы күрһәткестәргә йомғаҡ яһалды, сәсеү кампанияһына маҡсаттар билдәләнде. Ошонда уҡ техникалар күргәҙмәһе ойошторолдо.

Район аграрийҙары быйыл 45 мең гектар майҙанда сәсеү эштәрен башҡарырға иҫәп тота. Ауыл хужалығы продукцияһын үҫтереү, эшкәртеү өсөн 250 берәмек техника йәлеп ителәсәк. Бынан тыш, районда сәнәғәт күләмендә йәшелсә үҫтереү мәсьәләһе лә тикшерелде.

Флорида Ким