Өфөлә яҡын көндәрҙә «Инвестсоцвклад» ҡулланыусылар кооперативына аҡса һалып алданыусыларҙың суд процессы көтөлә. Финанс пирамиданан 4 йыл эсендә 4 меңдән ашыу кешене алданған. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Биш меңдән миллиондарса һум. Улар ниндәйҙер төшөм алыу маҡсатында бар аҡсаларын ҡулланыусылар кооперативына һала. Һөҙөмтәлә, ҡыҙығырлыҡ 14 процент та, вклад та юҡ. «Инвестсоцвклад» – аҡсаларҙы үҙләштергән сираттағы финанс пирамида булыуы асыҡлана.
«Инвестсоцвклад» 2015 йылдан 2019-ғаса эшләй. Ошо ваҡыт эсендә финанс кооператив 4 меңдән ашыу кешенең аҡсаһын үҙләштерә. Алданыусыларҙың күбеһе хаҡлы ялдағылар. Коллектив ялыу менән улар прокуратура менән полицияға мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә, кооператив етәкселеге ҡулға алына.
2020 йылда енәйәт эше ҡуҙғатылып, былтыр прокуратура финанс пирамида етәксеһен ғәйепле тип таба. Ҙур күләмдәге мутлашыуҙа ҡулланыусылар кооперативы етәксеһе Евгений Митин һәм уның хеҙмәттәше Рим Нурлығаянов ғәйепләнә.
Митин менән Нурлығаяновҡа ҡарата енәйәт эше бөгөн Өфөнөң Орджоникидзе районынан Калинин районы судына тапшырылған, аппеляция Башҡортостан Юғары судында 25 майға билдәләнгән. Вкладҡа һалым индереп алданыусы инициатив төркөм хөкөм ҡарары сығарыласаҡ ултырышта ҡатнашырға теләй.
Азат Ғәлиуллин