Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры тарафынан иғлан ителгән акцияға ярашлы баш ҡалала тәгәрмәстәрҙе йыйыу өсөн 7 майҙансыҡ ойоштороу күҙаллана.
Сүп-сар контейнерҙары эргәһендә йыйылған шиналар ҡайтанан эшкәртеүгә оҙатыла. Артабан улар балалар майҙансыҡтарында, спорт залдарында, аяҡ кейемдәре етештереүҙә ҡулланыла. Үтилгә ебәрелмәгән шина тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерә, ул 30 йылдан алып 100 йылға тиклем серемәй зарарлы матдәләр сығара.
Флорида Ким