Боҙ ҡуҙғалды. Уҙған ял көндәре Урал аръяғы райондарында һауа температураһының 15-19 градусҡа тиклем күтәрелеүе күҙәтелгәйне. Һөҙөмтәлә бәләкәй тау йылғалары уянып, ярға яҡын урынлашҡан ауыл биләмәләрен һыу баҫа башланы.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика һыу ятҡылыҡтарынла боҙ шартлатыу, ҡырҡыу, ҡарайтыу эштәре ойошторолған. «Оло һыу» килеүе етди күҙәтеүгә алынған. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Һуңғы өс көн ямғыр яуып, һауа температураһының күтәрелеүенә бәйле Белорет районында бәләкәй тау йылғалары уянған. Асы ауылы аша үткән Юрмаш та ярҙарынан сығып, ике йорт ихатаһына һыу ингән. Йылғаның Инйәргә ҡушылған урынында, хатта, боҙ тығыны барлыҡҡа килгән. Урында ҡотҡарыусылар эшләй, ҡеүәтле техника йәлеп ителгән.
Республикаға «оло һыу» килеүе контролдә. Уҙған тәүлектә Архангел районы Аҙау ауылы янында Инйәрҙең 57 сантиметрға, Иглин районында Ләмәҙ йылғаһының 79 сантиметрға күтәрелеүе күҙәтелгән. Яҡын тирәләге ауылдарҙы һыу баҫыу хәүефе юҡ кимәлдә.
Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, боҙ тығындары күҙәтелгән урындарға инженер техника ебәрелә.
Белгестәр билдәләүенсә, уҙған йыл менән сағыштырғанда, быйыл боҙ яҡынса 25-35 сантиметрға йоҡа. Шуға йылғаларҙа ҙур тығындар көтөлмәй. Әле Республикала 69 гидрологик пост эшләй, һыуҙың күтәрелеү кимәле тәүлегенә дүрт тапҡыр тикшерелә
7 апрелдән республикала йылғалар боҙҙан әрселә башлай. Өфөлә Ағиҙелдең кимәле алты метрҙан ашыр тип күҙаллана, ғәҙәттәгесә Кооператив яланында ярға яҡын урамдар зыян күрәсәк. Хәйер, ирегән ҡар һыуҙары йыйылыуы ла баш ҡалала йәшәүселәргә уңайлыҙлыҡ килтерә башланы.
Коммуналь хеҙмәттәр һәм ҡотҡарыусылар көсө менән Нижегородка, Дим, Кузнецов Затоны биҫтәләрендә хасил булған күлдәр юҡ ителә. Булат Имашев урамында юлһыҙлыҡҡа бәйле киҫкен мәсьәләгә өҫтәп, соҡор-саҡырлы участкалар һыу менән тулған. Һөҙөмтәлә машиналарҙы этеп, һөйрәтеп тигәндәй сығарырға тура килә.
Ҡар өйөмдәре тиҙерәк иреһә, проблема ла өлөшләтә хәл ителәсәк. Уҙған ял көндәре республикала йылы һауа массаһы күҙәтелһә, алдағы өс көндә атмосфера фронты үтә. Синоптиктар һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуын билдәләй. Антициклон да килә.
Яҙғы ташҡын хәүефе осоро башланғандан бирле 112 системаһы диспетчерҙары йорт-ихата, юл участкаларын һыу баҫыуға бәйле 147 мөрәжәғәтте эшкәрткән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эвакуация кәрәк була ҡалһа, 85 мең кешегә иҫәпләнгән 440 ваҡытлыса урынлашыу пункты әҙерләнгән.
Гөлназ Хәйбуллина