Михаил Мурашко дуҫтарын йыйҙы!

Уҙған ял көндәрендә Марий-Элда бейеүселәрҙең һәм хореограф-ҡуйыусыларҙың халыҡ-ара конкурсы тамамланды.

Сәнғәт фестивале Мари халҡының сәхнә хореографияһына нигеҙ һалыусы Михаил Мурашконың тыуыуына 80, уның ижади эшмәкәрлегенә 60 йыл тулыуға арналды. Мәртәбәле конкурста Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле вәкилдәре оло уңыш ҡаҙанды.

Профессионалдар араһында «Халыҡ бейеүе» номинацияһында Әҙилә Кәлимуллина Гран-при яулаһа, жюри ағзалары шулай уҡ Йәмилә Бикбаеваның балетмейстер эшен юғары баһаланы. Башҡортостандың халыҡ артисы «хореограф-ҡуйыусы» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Бынан тыш, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Урал Мортазин «халыҡ бейеүе» номинацияһында беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнде.