Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды

Башҡортостандан 5 меңдән ашыу егет һалдат кейеме кейәсәк. Ошо көндәрҙә райондарҙа хәрби-медицина комиссиялары эшләй башлай. Тәтешле һәм Балтас райондарынан көҙгө саҡырылышта 90-ға яҡын егет армияға алына. Хәрби комиссар Ансар Арыҫланов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика хәрби комиссариатынан хәбәр итеүҙәренсә, егеттәр бөтә ғәскәрҙәргә хеҙмәткә ебәрелә. Коронавирус инфекцияһы таралыуын сикләү өсөн район һәм ҡала хәрби комиссариаттарында санитар талаптарға етди иғтибар бирелә.