Башҡортостан халҡынан туғандарса ярҙам

Бөгөн республиканан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына тәғәйенләнгән ылау юлға сыҡты. Украина агрессияһынан зыян күреүселәргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм медицина кәрәк-яраҡтары, төҙөлөш материалдары һәм башҡа көнкүреш тауарҙары оҙатыла. Гуманитар ярҙам Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республика предприятиелары, ойошмалары һәм халыҡ көсө менән йыйылған.

Ылау 4 йөк автомобиленән тора, ул Донбасс халҡының ихтыяжынан сығып тупланған. Оло юлға сыҡҡан гуманитар ярҙамды БЮТ каналының ижади төркөмө оҙатты. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.

Миңлеғәле Шайморатовтың потреты төшөрөлгән йөк автомобилдәре гуманитар ярҙам менән Донбасҡа өсөнсө тапҡыр юлға сыға. Был осраҡлы түгел. Тап шул ерлектә, Луганск халыҡ республикаһының Петровское ауылында, ҡаһарман яҡташыбыҙ, генерал Шайморатов ерләнгән.

Гуманитар ярҙам был юлы 4 йөк автомобиленән тора. Ылауҙарға аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, төҙөлөш материалдары тейәлгән. Алда 2 мең километрҙан ашыу юл. Барып еткәнсе ике тәүлектән күберәк ваҡыт талап ителә.

Донбасс халҡына гуманитар ярҙам йыйыуға тотош республика халҡы ҡушылған. Мәҫәлән, Иглин районында ылау предприятиелар һәр ерле халыҡ менән берлектә тупланған. Охлебинин ауылында йәшәгән бер ғаилә генә 54 мең һумлыҡ аҙыҡ-түлек алған.

Республика башлығы ла оператив кәңәшмәлә гуманитар ярҙамды туплағанда Донбасс халҡының ихтыяжын иҫәпкә алыу бурысын ҡуйҙы. Алда ямғырҙар тора, шуға күрә йорт-ҡураны төҙөкләндереү өсөн төҙөлөш материалдары талап ителә. Был эшкә «Кроношпан» предприятиеһын йәлеп итеү мотлаҡ, тине Радий Хәбиров. Шулай уҡ Луганск халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеү ҙә ҡабул ителәсәк.

Эксперттар фекеренсә, Башҡортостан менән Донбастты электән хеҙмәттәшлек һәм дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Һәм иҡтисад, фән, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендәге был бәйләнештәрҙе киләсәктә лә дауам итеү мотлаҡ.

Башҡортостандан Донбассҡа киләһе гуманитар ярҙам апрель уртаһында юллана. Әле ылауҙарҙы туплау башланған.

Рәмзиә Кәримова