Уҙған төн Белорет районы Ғәбдүк ауылы ташҡын ҡамауында ҡалды

Инйәр йылғаһы үҙәне ҡапыл боролған урында боҙ тығыны барлыҡҡа килгән. Ашығыс рәүештә ғәҙәттән тыш хәл урынына ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр, район хакимиәте вәкилдәре ярҙамға килгән. 103 кеше, шул иҫәптән 18 бала эвакуацияланған.

Ташҡын алдынан ауылда халыҡты иҫкәртеү саралары ойошторолған. Мәктәп базаһында 50 кешелек ваҡытлыса йәшәү урыны булдырылған. Унда 10 кеше урынлаштырылған, ҡалғандар туғандарына һәм күршеләренә ингән. Әле Инйәр йылғаһы үҙ ярҙарына ҡайтҡан.

Зөйәк-Ғәбдүк юлын боҙҙан таҙартыу өсөн ҡеүәтле техника йәлеп ителгән. Ваҡиға урынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы оператив төркөмө һәм пилотһыҙ авиация системаһы эшләй. Һыуҙың кимәлен һәм хәлде күҙәтеү буйынса тикшереү алып барыла.