Импортты алмаштырыуға бәйле Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә сираттағы посын яҙҙы. Төбәк башлығы был юлы MADYART брендын өлгө итеп ҡуя.
Өфө компанияһының ҡатын-ҡыҙ кейемдәре магазиндары оҙайлы ваҡыт сауҙа үҙәктәрендә импорт салондары менән йәнәш торҙо. Ҡайһы бер сит ил брендтары киткәндән һуң, беҙҙең етештереүселәргә үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр асылды. MADYART компанияһы ҡатын-ҡыҙҙар кейеме баҙарында 29 йыл эшләй, Рәсәйҙең 11 ҡалаһында 25 салоны бар.
Шуға ҡарамаҫтан, санкция шарттарында еңел сәнәғәт тармағы ҙур ҡатмарлыҡтар кисерә. Предприятиеларҙы бөлгөнлөктән һаҡлап ҡалыу өсөн федераль һәм республика кимәлендә ярҙам саралары булдырылған. Быйыл бюджеттан сеймал һәм материалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялау өсөн 150 миллион һум бүленә.
Беҙҙең предприятиелар республиканың сәнәғәтте үҫтереү фондында льготалы займдар алыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ кредит килешеүҙәре буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн ҡаплауға гранттар планлаштырылған, тип яҙған Башҡортостан башлығы.