Башҡортостанда шәхси дауалау ойошмаларында ла бушлай прививкалар яһаласаҡ

Яңы закон Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тәҡдиме буйынса ҡабул ителде. Документҡа ярашлы, прививка эшләүсе ойошмалар исемлеге киңәйҙе, граждандар мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса барлыҡ дауалау учреждениеларында вакцинация үтә аласаҡ, тине Парламент етәксеһе Константин Толкачев.

Эпидемик күрһәткестәр буйынса прививкалар календарына коронавирус, ҡотороу, талпан энцефалиты, тағун кеүек 24 ауырыуға ҡаршы вакцина инә. Ҡабул ителгән закон тексына республика башлығы ҡул ҡуйырға тейеш. Документ рәсми рәүештә баҫылып сыҡҡандан һуң, үҙ көсөнә инә.

Быға тиклем прививкалар календарына ингән вакциналарҙы тик дәүләт дауалау учреждениеларында ғына яһатырға мөмкин ине. Бынан һуң, кәрәкле вакцина менән мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса эшләүсе бөтә медицина ойошмалары ла тәьмин ителәсәк.

Рөстәм Ишмөхәмәтов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары

Рәзилә Ғиниәтуллина