«Бер ҡайтаһы ине яҙҙарға...»

Туймазы районы Илсембәт ауылы мәҙәниәт йортонда шағирә Ләлә Маннанованың «Бер ҡайтаһы ине яҙҙарға» тип исемләнгән китабының исем туйы уҙҙы. Йыйынтыҡҡа шағирәнең төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары ингән.

Ләлә Маннанова Туймазы районы Балтай ауылында тыуып үҫкән. Тормош иптәше менән 3 балаға ғүмер бүләк иткән. Әлеге ваҡытта ҡәләм оҫтаһы Мөсәғит Хәйретдинов исемендәге «Илһам» төбәк әҙәби берекмәһе ағзаһы.

Ижад кисәһендә композитор Рәис Ханнанов, Рафаэль Игдеев, шағирәнең туғандары һәм яҡындары ҡатнашты. Уның һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙарҙы тамашасылар яратып тыңлай.

Рәзилә Ғиниәтуллина