Көндәрҙең ҡапыл йылытыуы һәм ял көндәрендә яуған оҙайлы ямғырҙар йылғалағы һыу кимәле кинәт күтәрелеүенә килтерҙе. Асы, Бриштамаҡ, Йөйәк тирәһенән ҡуҙғалған боҙ, йылдағыса Ғәбдүк эргәһендәге бөгәлдә тығылды.
Һөҙөмтәлә ярһыған Инйәр ауылдағы йорттарҙы баҫты. Тәбиғәт ғәрәсәте халыҡтың кәртә-ҡаралтыһы, мал-мөлкәтенә зыян килтерҙе. Бәхеткә күрә, кеше ғүмерҙәренә зыян килмәгән. Асы һәм Йөйәк ауыл биләмәләрендә был көндәрҙә БЮТ каналының ижади төркөмө эшләне. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.
Асы ауылында йәшәүсе Әлфиә Харрасова ташҡынға әҙерлек сараларын күрә. Ихаталағы төҙөлөш материалдарын юғарыраҡ күтәрә, утынлыҡты тәртипкә килтерә. Былтыр уға ла ташҡын ғәрәсәтен күрергә тура килгән.
Иҫкәртелгән ҡотҡарылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, урындағы ауыл биләмәһе етәкселеге менән халыҡ араһында аңлатыу эше алып бара. Яҙғы Инйәр көтөлмәгән ҡазаға юл асыуы мөмкин, ти улар.
Ял көндәрендәге оҙайлы ямғырҙар һәм көндәрҙең ҡапыл йылытыуы башта бәләкәй тау йылғаларын уятты. Шуларҙың береһе Асы ауылы уртаһынан аҡҡан Юрмаш. Уның ярһыу һыуҙары әле боҙо ҡуҙғалмаған Инйәргә терәлгәс тә, йәнә тығын хасил булды. Асының Арыҫлан Мөбәрәков урамында ике йорт ихатаһына һыу үтеп инде.
Урындағы хакимиәт вәкилдәре ташҡынға бәйле оҙайлы күҙаллауҙар яһамай. Барыһы ла һауа торошона бәйле. Инйәрҙә быйыл боҙ ҡалын булмаһа ла, бәләкәй тау йылғалары ваҡытынан алда уяныуы хафаға һала. Шуға ла ташҡынға бәйле хәлгә төрлө яҡлап әҙер булырға кәрәк.
Уяулыҡ кәрәк булды. 4 апрель көндөҙгө сәғәттәрҙә үк Инйәрҙә боҙ ҡуҙғалды. Ул Асы, Бриштамаҡ, Зөйәк һәм Ғәбдүк ауылдары эргәһенән үтеп ул Ырыҫҡол бөгәле тигән урында тығылды. Ярһып аҡҡан яҙғы Инйәрҙең һыуы киске һигеҙҙәр тирәһендә Ғәбдүктең Йәштәр урамына килеп инде.
Хаҡлы ялдағы Дамир Ғәлләмов ташҡын хәбәрен ишеткәс тә мал тыуарын хәүефһеҙ урынға сығарып өлгөргән. Өй эсендәге ҡайһы бер көнкүреш әйберҙәрен, электрониканы өҫкәрәк күтәргән. Шуға ҡарамаҫтан зыян ҙур ғына, ти йорт хужаһы.
Ғәбдүк ауылында боҙ тығынына бәйле хәүефле хәл йыл аша тиерлек ҡабатлана. Быйыл ҙур бәлә-ҡазанан халыҡтың уяу булыуы һәм һыуҙың төндә түгел, ә киске сәғәттәрҙә күтәрелә башлауы араланы, ти ауылдаштар. Күптәр мал-тыуарын хәүефһеҙ урындарға сығарып өлгөргән. Шулай ҙа юғалтыуҙар ҙа бар.
Ғәрәсәт инфраструктураға ла зыян килтерҙе. Боҙ киҫәктәренең ҡыҫымына элемтә бағаналары биреште. Һөҙөмтәлә ауылда көнө буйы телефондар эшләмәне. Был мобиль бәйләнеш мөмкинлектәре булдырылмаған ауыл өсөн ҙур ғына ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы.
Ғәбдүктө ҙур донъя менән бәйләп торған берҙән-бер автомобиль юлы да боҙ киҫәктәре аҫтында ҡалды. Уларҙы таҙартыуға урындағы юл ремонт-төҙөлөш идаралығы техникаһы йәлеп ителде.
Йөйәк ауыл биләмәһе башлығы Рифат Ғилманов фекеренсә, Инйәрҙәге тығындар киләһе йылдарҙа ла ҡабатланыуы ихтимал. Йылға үҙәнендәге утрауҙар боҙҙоң хәрәкәтен тотҡарлай. Өҫтәүенә, Ырыҫҡол бөгәлендә йылға 90 градусҡа боролош яһай. Шуға ла халыҡты бәлә-ҡазанан яҙғы боҙ шартлатыу менән генә аралап булмай. Инйәрҙең үҙәнен тәрәнәйтеү эштәрен башҡарыу мөһим.
Бөгөн ауылда электр һәм элемтә селтәрҙә белгестәре эшләне. Өҙөлгән транспорт бәйләнеше лә булдырылды. Ғәбдүктәргә Ихаталарын тәртипкә килтерә башлау өсөн урамда арҡыс-торҡос ятҡан боҙ киҫәктәренең иреүен көтөргә ҡала.
Рафиҡ Әхмәтшин