Республикала илленән ашыу предприятие орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнә, уларҙың ун бере Илеш районында урынлашҡан. Былтыр ҡоролоҡҡа бәйле төбәктә ауыл хужалығы культураларының уртаса гектар ҡеүәте яҡынса 17 центнер тәшкил иткән, шуға ҡарамаҫтан, аграрийҙар мул орлоҡ запастары туплауға ирешә. Тулыраҡ менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Бойҙай, арпа, һоло, ҡарабойҙай орлоҡтары тоҡлап, тонналап тигәндәй йөк машиналарына тейәлә. Илеш районының «Ялалов» предприятиеһы келәттәре тиҙҙән бушап ҡаласаҡ. Килешеүҙәр төҙөлгән, республика райондарына һуңғы запастар оҙатыла. Хужалыҡ туҡһанынсы йылдарҙан алып орлоҡсолоҡ йүнәлешен үҫтерә.
Илеш районы – Башҡортостандың орлоҡсолоҡ үҙәге, сәсеү материалының һәр икенсе килограммы тап бында етештерелә. Уҙған йыл ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, хужалыҡтар һатыуға ун һигеҙ мең тоннанан ашыу юғары репродукциялы орлоҡ туплаған. Әлегә складтарҙа ҡалған запас күләме ете мең тонна тәшкил итә.
Ғилемйән Ғәйнетдинов етәкләгән хужалыҡта ла мул уңышҡа нигеҙ һалынған. Сәсеү материалдары республика буйлап ҡына түгел, күрше төбәктәргә лә оҙатыла. Сертификация үткән орлоҡ сорттарына ихтыяж юғары.
Ауыл хужалығы культуралары араһында бойҙайҙың ғына дүрт төрө үҫтерелә. Төп баҫым «нерда» сортына яһала.
Ике аҙнанан ауыл хужалығы предприятиеһы яҙғы баҫыу эштәренә сығырға ниәтләй. Сәсеү кампанияһы уңышлы үтһен өсөн мең тоннанан ашыу минераль ашлама алынған. Механизаторҙар ҡеүәтле техниканы ремонтлау эшен тамамлаған, яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек кимәлдә.
Яҙғы сәсеүгә әҙерлектән тыш, хужалыҡта төҙөлөш эштәре лә гөрләй. Бер- бер артлы Яңы складтар ҡалҡа. Шулай уҡ биләмәлә орлоҡтарҙы таҙартыусы яңы ҡулайлама ҡуйыла, тиҙҙән фотосепаратор урынлаштырыу ҙа ҡаралған.
2007 йылда бөлгөнлөктән тергеҙелә башлаған предприятие орлоҡсолоҡҡа баҫым яһап, үҫешкә табан юл яра.
Гөлназ Хәйбуллина