Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Инвестиция проекты Көйөргәҙе районында ғәмәлгә ашырыла. Уның өсөн 1 миллиард 670 миллион һум ҡаралған. Тәүҙә 2 меңгә яҡын һыйыр малы өсөн комплекс төҙөлә, киләсәктә мал башын 5 меңгә еткереү маҡсаты ҡуйыла. "Башҡортостан ит етештереүселәр союзы" компанияһы, артабан, Федоровка районында ла комплекс төҙөргә ниәтләй. Комплекс 15 мең һыйыр малына иҫәпләнә.