Башҡортостан Башлығы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә төп күрһәткестәрҙе атап үтте. Өфө авиация техник университеты МАКС авиасалонында бәләкәй самолеттар өсөн двигатель тәҡдим итте, нефть университеты быраулауҙа яңы ҡорамал уйлап сығарҙы. Ғалимдар медицина өлкәһендә лә яңы ҡаҙаныштары менән ҡыуандыра. Башҡортостанда һауаны бысратыуҙы тикшереү өсөн карбон полигондары булдырыла. Былтыр Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә 6 лаборатория асылды. Ғалимдар өсөн гранттар иғлан ителде, 2 миллиард һумға инновацион инфраструктура һәм юғары технологиялы ҡорамалдар бирелде, тип яҙа Радий Хәбиров.