Башҡортостанда ҡала автобустарында юл хаҡы арта

Тарифтар буйынса дәүләт комитеты бойороғо менән 15 апрелдән пассажирҙарға «Алға» картаһы менән йөрөү – 28, ҡулаҡса менән түләгәндә 33 һум буласаҡ.

Шәхси транспорт сараларында юл хаҡы 35 һумға тиклем күтәрелә. Белгестәр әйтеүенсә, юл йөрөү хаҡы артыуы транспорт сараларын хеҙмәтләндереүҙең һәм лизингтың ҡиммәтләнеүе менән бәйле.

Флорида Ким