Башҡортостандың иң яҡшы студенттары бер майҙанда

Өфөнөң «Йәшлек хаус» йәштәр йортонда «Йыл студенты» милли конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. «Йыл старостаһы» тип Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжы студенты Анастасия Насенкова танылһа, Башҡорт дәүләт университетының «ПрофМедиа» ойошмаһы «Студенттар берекмәһе» номинацияһы лауреаты тип билдәләнде.

Конкурста өсөнсө курстан һуң юғары һәм урта уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала.

Рәзилә Ғиниәтуллина