«Ныҡ бул!» медиа-конкурсының икенсе этабы үтте

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә ойошторолған «Ныҡ бул!» медиа-конкурсының икенсе этабы үтте. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған сараға 300-ләп эш ҡабул ителгән. Улар араһында социаль ролик, вайндар ҙа бар. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Интенсив-тренинг республика район-ҡалаларынан 6 тиҫтәләп егет-ҡыҙҙарҙы бергә йыйҙы. Тап улар «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ойошторған медиа-конкурста иң-иңдәре тип танылған. Сараға плакат, социаль ролик һәм вайндарҙан торған 288 эш ҡабул ителгән.

Һәр эш айырым номинациялар буйынса баһаланды. Медиа-конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙең йәмғиәттәге роле лә баһаланды. Тормошҡа айыҡ аҡыл, сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәү төп талаптарҙың береһе ине.

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә ойошторған медиа-конкурсы беренсе тапҡыр үтте. Һәм үҙ маҡсатына иреште, ти ойоштороусылар. Икенсе этап һөҙөмтәләренә ярашлы, 27 бала финалға үтте. Уларҙың һәр береһенә өҫтәмә эш бирелде. Проект еңеүсе кем булыр? Уңышлы тип табылған ижади эштәр ай дауамында республиканың төп телеканалы эфирында күрһәтеләсәк.

Азат Ғәлиуллин