Республика клиник дауаханаһында намаҙ бүлмәләре булдырылған

Пациенттарға уңайлыҡтар. Диндарҙарға Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ғибәҙәт бүлмәләре булдырылған.

Мосолмандар һәм христиан дини конфессиялар өсөн бындай айырым ғибәҙәт ҡылыу бүлмәләре 2020 йылдан бирле эшләй. Йылайыр районынан Өфөгә Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында дауаланыусы диндар Латифа Әбүбәкирова, пациенттар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылыуына ҡыуанысын йәшермәй. Ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһендә бер юл тиҫтәләп кеше дини ғәмәл ҡыла ала.

Гүзәл Борханова