Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «ЛДПР» партияһы лидеры Владимир Жириновскийҙың вафатына бәйле ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе.
Төбәк етәксеһе үҙенең сәхифәһендә билдәләүенсә, Владимир Жириновскийҙың арабыҙҙан китеүе бөтә ил өсөн оло юғалтыу.
Сәйәсмәндең ғүмере өҙөлөүгә бәйле Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та Владимир Жириновскийҙың туғандары менән яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашҡан.
Владимир Жириновский 1946 йылдың 25 апрелендә Алматыла тыуған. Профессор. 1998 йылда Мәскәү дәүләт университетында «Рус милләтенең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге» тигән темаға диссертация яҡлай. 1990 йылдан ЛДПСС, артабан ЛДПР партияһы лидеры. Сәйәсмән алты тапҡыр Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат булып сыға, Дәүләт Думаһының 8 саҡырылышының депутаты итеп һайлана. Быйыл февралдә Владимир Жириновский коронавирус диагнозы менән Мәскәүҙең Үҙәк клиник дауаханаһына һалынғайны.