Сөнки хәҙер импортты алмаштырыу һәм баҙарҙағы бушлыҡты тултырыу улар иңенә ятҡан. Өфөнөң Mаdyart һәм «Магеллан» компанияларында ла әле эш күләмен арттырыу, яңы кейем өлөгләрен үҙләштереү менән мәшғүл.
Етештереүселәрҙең хеҙмәт шарттары һәм үҫеш мөмкинлектәре менән бөгөн республика башлығы ла танышты. Радий Хәбиров Өфөлә махсус кейем етештереү буйынса компетенциялар үҙәге тәҡдимен индерҙе. Өлгәшелгән уңыштар, хәл ителәһе проблемалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә, биш ҡатлы йорттоң бер мөйөшөндә генә эш башлаған цех бөгөн ҙур залдарҙы биләгән, заманса йыһазландырылған билдәле предприятие. Былтыр ғына бында 78 миллион һум инвестиция һалынған.
«MADYART» компанияһы гүзәл заттар өсөн зауыҡлы кейем өлгөләре тегә. Предприятиеның үҙенең дизайнер һәм эксперименттар цехы бар, етештереү өсөн юғары сифатлы туҡымалар ғына алына. Бөтәһе 300-гә яҡын кеше эшләй.
Өфө предприятиеһына нигеҙ һалыныуға 30 йылға яҡын, әле компанияның Рәсәйҙең 11 ҡалаһында 25 салоны бар. Йыл һайын цехтарҙа 90 мең тирәһе кейем өлгөһө тегелә. Һуңғы йылдарҙа санкциялар менән бәйле етештереү ҡеүәттәре йәнә арттырылған. Сағыштырыу өсөн өс йыл элек тауар әйләнеше 573 миллион булһа, былтыр яҡынса 10 процентҡа артҡан. Республика яғынан да ҙур ярҙам күрһәтелә, заманса теген машиналары алыуға тотонолған сығымдарҙың 50 проценты кире ҡайтарылған.
Өфөнөң «Магеллан» компанияһы иһә хәрби һәм көс структуралары, балыҡсылар, һунарсылар өсөн махсус кейемдәр тегә. Бында ла заказдар етерлек, сөнки предприятела етештерелгән кейем өлгөләре юғары сифаты менән айырылып тора. Тегенселәр әйтеүенсә, эш шарттары ла уңайлы.
Радий Хәбиров Рәсәй баҙарында танылыу яулаған «Магеллан» предприятиеһы янында бәләкәй бизнесты туплау тәҡдимен дә индерҙе. Республикала ошо йүнәлештәр эшләгән эшҡыуарҙар байтаҡ. Уларҙы берләштереү күләмле заказдар алырға булышлыҡ итәсәк.
Радий Хәбиров белдереүенсә, санкциялар индереү, импортты алмаштырыу шарттарында еңел сәнәғәт тармағы дәүләт ярҙамында мохтаж. Һуңғы ике йылда 100-ҙән ашыу предприятиеға 300 миллион һумдан күберәк субсидия бүленгән. Башҡортостан предприятиелары республика сәнәғәт үҫеше фонды аша өс программа буйынса ташламалы займдар юллай ала.
Бынан тыш, кредит килешеүҙәре буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн дәүләт иҫәбенә ҡаплау ҡаралған. Субсидиялар 30-ҙан 100 миллион һумға тиклем һәм ике йылға бирелә.
Рәмзиә Кәримова