Был турала бөгөн Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығында үткән киңәйтелгән ултырышта әйтелде. Былтыр татлы тамыр 36 мең гектар майҙанды тәшкил итһә, быйыл сәсеү майҙандарын 47 меңгә тиклем еткереү бурысы ҡуйыла.
Шәкәр сөгөлдөрөн үҫтереүҙә махсуслашҡан хужалыҡтар ҙа етерлек, тиелде сарала. Бигерәк тә республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгенә ҡараған 108 хужалыҡта уңышлы эшләй. Бөгөн татлы тамырҙан шәкәрҙе етәрлек күләмде алыу юлдары барлана.
Азат Ғәлиуллин