Мәҙәни башланғыстар президент фонды конкурсында Башҡортостандан 39 проект еңеү яуланы

Дөйөм алғанда, коммерция булмаған ойошмалар, муниципаль учреждениелар һәм ижади берләшмәләр 27 миллион 700 мең һумлыҡ грант ярҙамы аласаҡ. Республика еңеүселәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө, Рәсәй кимәлендә алтынсы урында. Проекттарҙы тормошҡа ашырғанда район-ҡалаларҙа күләмле мәҙәни саралар үтә.

Әйтәйек, Ишембайҙа «Торатау мираҫы» фестивале, Сәйетбабала ырыуҙар йыйыны, Бишбүләктә үҙешмәкәр театрҙар конкурсы ойоштороу ҡаралған. Төбәктең сәсәндәр үҙәге лә ил кимәлендә йәш сәсәндәр бәйгеһе уҙғарыуға ярты миллион һумға яҡын федераль финанс ярҙам аласаҡ. Фестивалдә ҡатнашыуға ғаризалар 20 апрелдән ҡабул ителә башлай. Рәсәйҙең ике тиҫтәгә яҡын төбәгенән нәфис һүҙ оҫталары килеүе көтөлә.

Мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустриялар өлкәһендәге проекттар конкурсында Өфөнөң 6-cы моделле китапханаһы ла еңеү яуланы. Өс йөҙ мең һумлыҡ грант аҡсаһына «Һалдат яҙмышы» тип исемләнгән яңы экспозиция ойоштороу ҡаралған. Ошо маҡсатта учреждение стеналарында эшләгән хәрби тарих музейының йыһаздары яңыртылып, мультимедия ҡорамалдары һатып алынасаҡ.

«Һалдат яҙмышы» тип исемләнгән музей экспозицияһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһарман яҡташтарыбыҙға арнала. Архив документтар, яугирҙарҙың шәхси әйберҙәре – музейҙы байытыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Өфөләрҙе ғаилә тарихы менән уртаҡлашырға саҡырабыҙ.

Светлана Хорунжая, Өфөнөң 6-cы моделле китапханаһы мөдире

Мәҙәни башланғыстар президент фонды конкурсында район-ҡала китапханалары әүҙем ҡатнашты. Тарихи хәтерҙе һаҡлауҙан тыш, инклюзив проекттар ҙа тормошҡа ашырыласаҡ. Шулай уҡ арт-сәнғәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар көтөлә.

Наталья Лапшина, Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары

Гөлназ Хәйбуллина