Башҡорт дәүләт медицина университетында санитар эпидемиология өлкәһе ветерандары менән юғары уҡыу йортоноң медик-профилактика факультеты студенттары осрашыуы үтте. Республиканың баш санитар табибы Анна Казак әйтеүенсә, эпидемиологтар – һирәк белгестәр.
Рәсәйҙә тармаҡ белгестәрен 28 юғары уҡыу йорто һәм 6 колледж әҙерләй. Шуға ҡарамаҫтан, бер быуат элек медицианың бер йүнәлеше булып ҡына эш башланған хеҙмәт әле айырым бер ҙур ведомство. Юбилей йылын Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы юғары ҡаҙаныштар, уңыштар менән ҡаршы ала. Хеҙмәт меңдән ашыу кешене берләштерә.
Айнур Кәбиров