Бөгөн Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышы үтте. Йыйылышта совет ағзалары, төрлө милләт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, дини кофессиялар вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт татыу ғүмер итә. 70 милли йәмәғәт ойошмаһы эшләп килә. Улар үҙ телен, йолаларын һаҡлап йәшәй. Беҙҙең барыбыҙҙы ла тыуған илгә һөйөү берләштерә, тиелде ултырышта.
Республикала туған телдәрҙе өйрәнеү һәм сит телдәрҙе төплө үҙләштереү маҡсатында полилингваль гимназиялар асыла. Бөтәһе ошондай 14 мәктәп төҙөү ҡарала, бәлки, күберәк тә булыр, тине Радий Хәбиров. Өс башҡорт гимназияһы, Нефтекамала татар гимназияһы асылды, Мишкә районында мари, Бишбүләктә сыуаш гимназиялары төҙөләсәк.
Беҙҙә «халыҡтар дуҫлығы» тигән төшөнсә бар, ә «толерантлыҡ» тигән һүҙҙе лексикондан алып ташларға тәҡдим итәм, тине республика етәксеһе. Сөнки ул түҙемлек тигәнде аңлата. Беҙҙең төбәктә төрлө милләт бер-береһен түҙеп түгел, ә үҙ-ара татыу йәшәй. Берҙәмлек бигерәк тә һуңғы ваҡыттағы сәйәси ваҡиғалар шауҡымында айырыуса мөһим.
Быйыл октябрҙә Башҡортостанда Тамара Танһыҡҡужина призына халыҡ-ара шашкасылар чемпионты уҙғарыласаҡ. Спорт сараһына билдәле шашкасылар саҡырыла. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был ҡарар ете тапҡыр донъя чемпионы дәрәжәһен яулаған шашкасыны донъя рейтингынан алып ташлауҙарына яуап булараҡ ҡабул ителгән.
Рәмилә Исмәғилева