Өфөлә террор ойошмаһы яҡлы булыусы ир ҡулға алынды

Республика буйынса Федераль именлек хеҙмәте Рәсәйҙә тыйылған «Хәйәт Таһрир аш-Шам» террор ойошмаһы яҡлы булыусы ирҙе ҡулға алды. Ул сит кешеләргә теркәлгән банк карталарына һәм иҫәптәренә аҡса йыйыу һәм күсереү менән шөғөлләнгән төбәк-ара селтәрҙә торған булған.

Аҡсалар Сүриәләге боевиктарҙың ихтыяждары өсөн йүнәлтелгән. Көс структуралары террор ойошмаһы яҡлы 10 кешенең эшмәкәрлеген туҡтатты. Ҡулға алыныусыларға ҡарата енәйәт эше ҡуғатылған.