Алдағы йылдарҙа шәкәр сөгөлдөрөн үҫтереү отошло була

Был турала вице-премьер-ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдерҙе. Быйыл Республикала шәкәр сөгөлдөрө майҙандарын 47 мең гектарға еткерергә тәҡдим ителә. Уҙған йылда 11 мең гектарға аҙыраҡ сәселгәйне. Киләһе йылда иһә баҫыуҙарҙы 50 мең гектарға еткереү маҡсаты ҡуйыла. "Көрсөк ваҡытында шәкәргә ихтыяж һәр ваҡыт арта. Ике өс йылда был продукция артығы менән етештерелә башлай", - тине вице-премьер.