Башҡортостан делегацияһы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнаша

Ул 15 июндә башлана. Форумда Рәсәйҙең һәм ил төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре ҡарала. Сит илдәр ҙә ҡатнашырға теләк белдергән, 69 дәүләт делегацияһы килеүе көтөлә. Уҙған йылда Башҡортостан Петербург форумында 122 миллиард һумлыҡ 25 инвестиция килешеүе төҙөнө.