Башҡортостанда юлдарҙы ремонтлау миҙгеле башлана

Был әлегә беҙҙең төп бурыс, республика халҡының юлдар торошона бәйле һорауҙары күп, шуға ла уларҙы хәл итеүҙе тиҙләтеү мөһим. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты.

«Башкиравтодор» йәмғиәте асфальт-бетон заводттарын әле яңы миҙгелгә көйләй. Тулы кимәлдә эш башлау өсөн 3-4 көн ваҡыт кәрәк, был арала битум да кәрәкле температураға тиклем йылынып өлгөрә. Шунһыҙ сифатлы асфальт-бетон ҡатнашмаһын алыу мөмкин түгел.

Әлегә соҡорҙарҙы һыуыҡ асфальт менән ямау бара. Юл хеҙмәтләндереү ойошмалары был эште иртә яҙҙан башҡара. Быйыл ғына Башҡортостанда 11 мең соҡор ямалған.

Әле беҙ юлдағы һәр соҡор тураһында мәғлүмәт алыуға ынтылабыҙ. Шуға ла юл инфарструктураһы өлкәһендә планлаштырыу һәм контроль системаһы ярҙамында һәр етешһеҙлек һанлаштырыла. Системаға ремонтҡа тиклемге һәм ремонттан һуң төшөрөлгән фотолар ебәрелә. Был сара юлдағы етешлектәрҙе бөтөрөү буйынса эште дөрөҫ планлаштырырға, үтәлешен контролдә тоторға мөмкинлек бирә, тип яҙа Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге яҙмаһында.