Мәсәғүт ауылы эргәһендә инспекторҙар ПАЗ мәктәп автобусын туҡтата. Һөйләшеү барышында 49 йәшлек ирҙең эскән икәнлеге асыҡлана.
Автобус салонында Мәсәғүт лицейының 22 уҡыусыһы һәм уларҙы оҙатып барыусы уҡытыусы була. Әлеге ваҡытта иҫерек водителде эшкә сығарыусы ойошмала тикшереү эштәре башланған.
Әлфинә Килдейәрова