1989 йылдың 7 апрелендә Норвегия диңгеҙендә «Комсомолец» атом һыу аҫты кәмәһе һәләкәткә осрай. Аварияла 42 матростың ғүмере өҙөлә. Һыу аҫты кәмәһенә бәйле иң ҙур авария 2000 йылдың 12 авгусында булды.
Баренц диңгеҙендә «Курск» һыу аҫты кәмәһе батты. Унда 118 диңгеҙсе һәләк булды. Хәрби диңгеҙ флотында Башҡортостан егеттәре лә намыҫлы хеҙмәт иткән һәм әле лә бурысын лайыҡлы үтәй. Яңыраҡ Санкт-Петербургта «Өфө» һыу аҫты кәмәһе сафҡа индерелде.
Рафиҡ Әхмәтшин