Пароходсылар ярыша. Ағиҙел пароходсылығында һөнәри ярышҡа йомғаҡ яһалды. Икенсе тапҡыр ойошторолған конкурста 18-ҙән алып 22 йәшкә тиклем йәш белгестәр ҡатнашты. Конкурстың беренсе этабы онлайн форматта ойошторолдо.
Беренсе этапта 8 конкурсант «Елкән» дистанцион белем биреү системаһында суднолар төҙөлөшө буйынса теоретик белемдәрен яҡланы. Икенсе этапта радиолокация буйынса иң оҫталар асыҡланды. Бөтә һынылыштарҙы ла уңышлы үткән Башҡортостан эске һыу юлдарының Кама бассейны хакимиәте пароходсыһы Иван Степанов еңеүсе тип табылды.