Башҡортостан Милли музейында үҫемлектәр донъяһына арналған күргәҙмә асылды

Экспозиция Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә ойошторолдо.

Унда Башҡортостан ерлегендә үҫкән төрлө үҫемлектәр, шул иҫәптән шифалы үләндәр тураһында белешмә бирелгән. Боланут, баҫыу ярангөлө, Ирәмәл алтынтамыры тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар.

Иң үҙенсәлекле экспонат – 1869 йылғы гербарий. Бынан тыш, этнограф Сергей Руденконың «Башҡортттар» монография менән дә танышырға мөмкин. Күргәҙмәгә күләмле ғилми хеҙмәттең халҡыбыҙҙың Башҡортостан үләндәрен элек-электән сәй булараҡ ҡулланыуы тураһындағы мәғлүмәттәре иғтибарға лайыҡ.

«Үҫемлектәр – тормош орнаменты» күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар Гөлбәзир Йосопованың япон стилендә эшләнгән сәскәләр коллекцияһын тамаша ҡылып та һоҡланды. Заманса флористика алымдары, быуаттар буйына моң бүләк итеүсе ҡурай тураһында оҫталыҡ дәрестәре бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, тигән фекерҙә күргәҙмәне ойоштороусылар.

Гүзәл Борханова