«Тамыр» телеканалында «Ҡош юлы. Балалар» проектының бишенсе миҙгеле старт алды

Быйылғы конкурста ҡатнашыуға ике тиҫтәнән ашыу ғариза ҡабул ителгәйне. Социаль селтәрҙәрҙә ойошторолған һайлап алыу этабын уңышлы үтеүселәр Өфөгә саҡырылды. Бәхетле исемлеккә эләгеүселәр тураһында киләһе репортаж.

«Ҡош юлы. Балалар» проекты сираттағы ҡошсоҡтарын ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Студияла район-ҡалаларҙан ун дүрт егет-ҡыҙ көс һынашты. Барыһы ла – мәктәп уҡыусылары. Бәйге талаптары буйынса үҫмерҙәр мотлаҡ рәүештә гитарала уйнай белергә тейеш ине, вокал, актерлыҡ һәләттәренә лә айырыуса иғтибар бүленде.

«Тамыр» телеканалы «Ҡош юлы» хәрәкәте ағзалары менән берлектә ойошторолған проект быйыл бишенсегә үтә. Остаздар – Башҡортостан бард мәҙәниәтенең билдәле вәкилдәре – социаль селтәрҙә һайлап алыу турын уңышлы үткән балаларҙан үҙ командаһын төҙөнө.

Балалар өс ай дауамында остаздарҙан гитарала уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре аласаҡ. Финал июнь аҙағына планлаштырылған.

Гала-концертҡа тиклем «Тамыр» телеканалында аҙна һайын балалар тураһында айырым репортаждар күрһәтеләсәк. Күләмле проект башҡорт телен һәм бард мәҙәниәтен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. «Ҡош юлы» балаларҙы яңы еңеүҙәргә ҡанатландыра.

Гөлназ Хәйбуллина