Диспансерлаштырыуҙың төп маҡсаты – сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау һәм иҫкәртеү. Быйыл республикала 1 миллиондан ашыу кешенең һаулығын тикшереү ҡарала. “Һәр кем сәләмәтлегенә яуаплы булырға тейеш”, - ти медицина фәндәре докторы, профессор Сәлиә Мырҙабаева.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт18 йәштән 39 йәшкә тиклемгеләр өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәндәр йыл һайын диспансер тикшереүе үтә ала. Ауыл халҡын күсмә медицина бригадалары ҡарай.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда 18 апрелдән “Сәләмәтлек поездары” юлға сыға. Улар алты маршрут буйынса йөрөй. Йүнәлештәр исемлеге, табиптарҙың ҡабул итеү ваҡыты менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.