Бөгөн Рәсәйҙә хәрби комиссариат көнө билдәләнә

Уның тарихы 1918 йылға барып тоташа. Был көндө илдә тәүге комиссариаттар ойошторола. Башҡортостандан быйыл яҙғы саҡырылышта 5 меңгә яҡын егет әрмегә алына. Әле райондарҙа хәрби-медицина комиссиялары эшләй башланы. Тәтешле һәм Балтас райондарынан 90-ға яҡын егет һалдат сафына баҫа, ти  хәрби комиссар Ансар Арыҫланов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт