Баймаҡ етәкселәре 240 мең һум күләмендә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә

Башҡортостан Юғары суды Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы Баймаҡ районы буйынса милек менән идара итеү комитетының элекке етәксеһенә һәм урындағы «Архитектура» муниципаль предприятиеһы етәксеһенә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.

Улар 240 мең һум күләмендә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Федераль именлек хеҙмәтенең оператив хеҙмәткәрҙәре ришүәтселәрҙе енәйәт өҫтөндә ҡулға алған. Муниципаль предприятие етәксеһенең йортонда тентеү үткәргәндә ҙур ғына миҡдарҙа наркотик матдәләр ҙә табылған. Ваҡиғаларҙың бындай боролош алыуы йәнә бер енәйәт эше асыуға сәбәпсе булған.

Рафиҡ Әхмәтшин