Сүп, полигондар, шәмбе өмәләре һәм таҙа һауа

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы йыллыҡ һөҙөмтәләрен барланы, аалдағы ике йылға маҡсаттар билдәләне. Тармаҡта экологтар тырышлығы менән башҡарылған эштәргә БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким байҡау яһай.

Һауаны таҙартыу, көндәлек ҡалдыҡтарҙы ваҡытында сығарыу, тирә-яҡ мөхитте тәртиптә тотоу. Ошо һәм башҡа һорауҙар Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында үткән ултырышта ҡаралды. Сүп-сар реформаһы сиктәрендә һуңғы ике йылда республиканың бөтә муниципалитеттары контейнерҙар менән йыһазландырылған, рөхсәт ителмәгән 1500 сүплек юҡҡа сығарылған.

Тирә-яҡ мөхитте тәртиптә тотоу йүнәлешендә төбәктә тиҫтәләп программа ғәмәлгә ашырыла. Сүп-сарҙы ваҡытында сығарыу, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өсөн Дыуан һәм Туймазы райондарында яңы полигондар асылды. Даими ойошторолған өмәләрҙә биләмәләр тәртипкә килтерелә, һауаның сифатын күҙәтеү өсөн ҡоролмалар урынлаштырыла. Былтыр республикала өс меңгә яҡын экологик акция үткәрелгән.

Эш һөҙөмтәләре күрһәткестәренән тыш ултырышта проблемалы һорауҙар ҙа күтәрелде. Һунарсылыҡ тармағын күҙәтеү өсөн инспекторҙар етмәүе, йәйге көндәрҙә сүплектәрҙең яныуы кеүек һорауҙар тикшерелде. Шулай уҡ сәнәғәт предприятиеларынан сыҡҡан зарарлы матдәләрҙең йоғонтоһон кәметеү бурысы ҡуйылды.

Флорида Ким