Вуздың яңы ятағында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан эвакуацияланған граждандарға аҙыҡ-түлек, көнкүреш һәм шәхси гигиена әйберҙәре йыйыла. Хәйриә проекты 24 мартта студенттар башланғысында старт алғайны.
Мохтаждарға ярҙам туплауҙа юғары уҡыу йортоноң барлыҡ институт факультеттары ла әүҙем ҡатнаша. Коллектив билдәләүенсә, Донбастағы ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырмаған.
Юғары уҡыу йорто студенттары «Һалдатҡа хат» Бөтә Рәсәй акцияһына ла ҡушылған. Гуманитар ярҙам үҙәгендә конверттар көндән-көн арта. Йәштәр хаттарында Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙе еңеүгә ҡеүәтләп, Донбасс халҡын яҡлап сыҡҡандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
Гөлназ Хәйбуллина