«Аҡтырнаҡ» клубы һәм Өфөнөң урындағы әүҙемлек үҙәге Халыҡ-ара йөрөтөүсе эттәр көнө алдынан йәнһүрәт тәҡдим итә. Ҡыҫҡа видеоролик йәмәғәт урындарында, кинотеатрҙарҙа күрһәтеләсәк. Йәнһүрәт авторҙары менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова аралашты.
Тәүлек әйләнәһенә эштә. Хужабикәһенә ул тышта йөрөргә, ҡала урамында осраған төрлө ҡаршылыҡтарҙы үтергә, дарыухана, магазинға барырға, хатта йәмәғәт транспортына инергә ярҙам итә. Өлкәнәйгәс күҙҙәре һуҡырайған Гүзәл Хәсәнова биш йыл элек дәүләттән йөрөтөүсе эт ала. Ошо ваҡыт эсендә Андора уның дуҫына ғына түгел, юл күрһәтеүсе, ярҙамсыһына һәм психотерапевтҡа әйләнгән.
Дәүләттән йөрөтөүсе эт алыу еңелдән түгел. Тикшереүҙәр үтергә, һуңынан эттәрҙе әҙерләгән үҙәктә йәшәп дуҫлашырға, аралашырға өйрәнеү мотлаҡ. Ләкин ҙур һынау өйгә ҡайтҡас башланды, ти Гүзәл Хәсәнова. Сөнки йөрөтөүсе эттәр менән йәмәғәт урындарына индермәй сығарып ебәргән ваҡыттар ҙа була. Махсус тамғаһы булған хайуандар тыныс, тауышҡа, кешеләргә лә, башҡа хайуандарға ла иғтибар итеп бармай. Ғөмүмән, уларҙың зыяны юҡ. 30 секундлыҡ йәнһүрәттең дә маҡсаты һуҡырҙарҙың күҙенә әйләнгәнен эттәрҙе йәмғиәттә аңлап ҡабул итеүҙәрен аңлатыу.
Йәнһүрәтте йәмәғәтселеккә сығарыу өсөн бер айҙан ашыу ваҡыт талап ителгән. Өфө вуздары студенттары уны төрлө телдәргә тәржемә итеп, тауышландырыға ярҙам иткән. Йәнһүрәт тимер юлы вокзалы, автобус һәм кинотеатрҙар ҙа күрһәтеләсәк.
«Аҡтырнаҡ» клубы Халыҡ-ара йөрөтөүсе эттәр көнөнә күләмле сара әҙерләгән. 27 апрелдә «Родина» кинотеатрында йәнһүрәт күрһәтелә, төрлө уйындар ойошторола. Унда теләге булған һәр кем йөрөтөүсе эттәр менән яҡындан таныша ала.
Әлфинә Килдейәрова