Башҡорт дәүләт университетында «Төрки халыҡтарҙың рухи мәҙәниәте: үткәне һәм бөгөнгөһө» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте. Халыҡ-ара сараны ойоштороусы булып Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты сығыш яһаны.
Конференция билдәле башҡорт ғалимдары, әҙәбиәт белгестәре Роберт Байымовтың тыуыуына 85, Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналды. Студенттарға халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре тураһында докладтар уҡылды, архив видеояҙмалары күрһәтелде.
Гөлназ Хәйбуллина