«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының «Сулпылар» йыр-моң бәйгеһе юбилей миҙгелен асты. Быйыл республика телевизион конкурсында ҡатнашыуға ике йөҙҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән, тәүге турға 51 бала һайлап алына.
Бәйге йомғаҡтары көҙ билдәле буласаҡ. Жюри ағзалары билдәләүенсә, музыкаль проекттың төп маҡсаты – һәләтле балаларҙы асыҡлап, ижад аша туған тел һәм мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү. Күләмле бәйге Рәсәй һәм Халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдәрҙә ҡатнашыуға старт майҙансығы ла һанала.
Гөлназ Хәйбуллина