Өфөнө ҡарҙан һәм сүптән таҙартыу буйынса санитар йомалар ойошторолдо. Ленин районында ғына коммуналь хеҙмәттәргә урамдағы ҡар өйөмдәрен таратыуҙа ике меңдән ашыу хеҙмәткәр ярҙамлашты. Уларға БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ла ҡушылды.
Салауат Дәүләтшин Өфө ҡала хакимиәтендә мәҙәни саралар үҙәгендә ҡайнай. Оҫта ҡурайсы, сәнғәт форумдарын ойоштороусы физик эштән һис тартынмай. Өс аҙна рәттән, төшкө аштан һуң йома өмәһендә ҡатнаша. Ҡар таратыу, ҡала урамдарын тәртипкә килтереү тәҡдименә коллегалары менән ҡушҡуллап тотонған.
Санитар йомалар ҡаланы яҙғы таҙартыу, йәшелләндереү, төҙөкләндереү буйынса айлыҡ сиктәрендә үткәрелә. Өмә барышында Мостай Кәрим урамындағы сквер, Революция һәм Киров урамдарында ҡала һәм район хакимиәттәре, ойошма-ведомстволар хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ҡар өйөмдәрен таратырға, сүп йыйырға ярҙамлашты.
Санитар йомалар барышында Өфө урамдарында ҡар өйөмдәрен таратыу, ҡыш буйы күпләп яуған ҡарҙы тиҙерәк иретергә булышлыҡ итәсәк, бушаған урындарҙа йәш үҫентеләр ултыртырға мөмкинлек бирәсәк. Йома һайын күмәкләп санитар таҙартыу эше баш ҡалала экологик хәлде лә яҡшыртасаҡ.
Санитар йомалар Өфө ҡала хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиев тәҡдиме менән 25 марттан бирле үткәрелә. Бөгөн дә өмәгә халыҡ әүҙем сыҡҡан. Санитар йомалар 8 майға тиклем үткәрелер тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова