Бөгөн Өфөнән 4-се гуманитар ылау оҙатылды. Луганск һәм Донецк республикаларына 180 тоннанан ашыу йөк алып барыла. Вице-премьер Ирек Сәғитов белдереүенсә, Донбасҡа бөтәһе 480 тонна гуманитар ярҙам ебәрелде. Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, медикаменттар, төҙөлөш материалдары алып барыла. Халыҡ республикаларына ярҙам артабан да дауам итә, яңы гуманитар ылауҙар буласаҡ, тине ул. Автоколлонна М-5 трассаһынан Ростов ҡалаһына тиклем бара, унан һуң Донецкиға юллана. Йөктөң бер өлөшө шунда тапшырыла. Артабан, Луганск ҡалаһына юл тоталар.